Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
13 Февраль 2019, 14:34

Башҡортостанда йәшәүселәр бушлай үҙҙәренең финанс белемен арттыра ала

Башҡортостанда Рәсәй банкының һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Финанс белеме мәҙәниәтен тәрбиәләү» тигән берлектәге проекты башланды.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкта — бүлексәлә хәбәр итеүҙәренсә, вебинар формаһындағы бушлай лекторий республиканың барлыҡ район китапханаларында онлайн режимында күрһәтелә. Спикерҙар булып Рәсәй Үҙәк банкының төбәк бүлексәһе белгестәре сығыш яһай.
Көнүҙәк темалар иҫәбендә — нисек бурысҡа батмаҫҡа, кредитты реструктуризациялау, торлаҡ һатып алыу, нисек кәрәкмәгән страховканан баш тартырға. Программа халыҡтың Рәсәй банкына килгән мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Лекциялар барышында һәр кем үҙенең һорауын бирә ала.
Лекцияларҙың теҙмәһе менән район китапханаларында йәки Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1272648-zhiteli-bashkirii-mogut-besplatno-povysit-svoyu-finansovuyu-gramotnost/
Читайте нас: