Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 1 июлдән халыҡ өсөн уртаса тарифтар түбәндәгесә тәшкил итә:
— һыу менән тәьмин итеү буйынса — 1 кубометр өсөн 25,96 һум, һыу бүлеү буйынса — 1 кубометр өсөн 26,28 һум, шуға ярашлы үҫеш — 1,6% һәм 1,4% .
— йылылыҡ энергияһына хаҡ Башҡортостан буйынса уртаса 1992,89 һум/Гкал (НДС менән) тәшкил итә, үҫеш — 101,85%;
— электр энергияһына бер ставкалы тариф 3,6 % арта. Ауыл ерендә һәм ҡалала электр плитәләре ҡулланылған йорттарҙа тариф 0,7 коэффициенты менән билдәләнгән;
— 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында халыҡҡа тәбиғи газ өсөн хаҡ, уны файҙаланыу йүнәлешенә ҡарап, 1 кубометр өсөн 6,62 һумдан алып 7,10 һумғаса тәшкил итә. Социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы 2019 йылдың икенсе ярты йыллығынан 1,4% артмауын күҙ уңында тота.
Халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү структураһына һыу менән тәьмин итеү (8%), һыу бүлеү (7%), эҫе һыу менән тәьмин итеү (8%), йылытыу (47%), газ менән тәьмин итеү (3%) һәм электр менән тәьмин итеү (24%) инә.
2019 йылда тарифтар ике этапта арттырыла: 1 ғинуарҙан бөтә илдә хаҡтар 1,7% артты, 1 июлдән иһә Рәсәйҙең төбәгенә ҡарап.
http://www.bashinform.ru/news/1273125-stalo-izvestno-kak-v-bashkirii-vyrastut-tarify-na-uslugi-zhkkh-s-1-iyulya/