Ике көнлөк инвестиция форумында власть, бизнес, эксперт берләшмәһе вәкилдәре милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төрлө аспекттарын тикшерә.
Быйыл Сочиҙа, эшлекле программанан тыш, кейс-зона эшләй, унда интерактив форматтарҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана.
Сочиҙағы форум, ғәҙәттәгесә, Рәсәйҙең инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу майҙансығы булып тора, 2019 йылда уға дүрт меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Форумда йыл һайын бер нисә йөҙ контракт һәм килешеү төҙөлә.
Радий Хәбиров панель дискуссияларҙа ҡатнаша һәм федераль министрлыҡтар, ведомстволар, илдең ҙур компаниялары етәкселәре менән тиҫтәләрсә осрашыу уҙғарырға йыйына. Ул шулай уҡ инвестиция форумының пленар ултырышы эшендә ҡатнаша, уны Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев уҙғара.
Башҡортостан форумда айырым экспозиция булараҡ күрһәтелгән, унда шулай уҡ инвесторҙар менән осрашыуҙар була һәм сәнәғәт етештереүе, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Күргәҙмәнең төп стендтары эшкәртеүсе производстволар, агросәнәғәт комплексы, транспорт һәм юл хужалығы кеүек өлкәләрҙә перспективалы инвестиция тәҡдимдәренә арналған.
Форум барышында Рәсәй һәм сит ил компаниялары менән дөйөм суммаһы 35 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция килешеүҙәренә, төбәктәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Быйыл Рәсәй инвестиция форумының эшлекле программаһы «Рәсәйҙә эшлекле мөхит», «Төбәк сәйәсәте» һәм «Яңы социаль повестка» тигән өс төп блоктан тора.
Форумды ойоштороусы — «Росконгресс» фонды.
http://www.bashinform.ru/news/1273363-v-sochi-otkroetsya-rossiyskiy-investitsionnyy-forum/