«Улар — льготалы һалым шарттары, инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнесты алып барыу өсөн ябайлаштырылған административ процедуралар. Ябайыраҡ итеп әйткәндә — был ошо ҡалаларға иҡтисади яҡтан алға китеү өсөн етди мөмкинлек булып тора», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Әле республикала алты күп профилле берәмек: Нефтекама, Белорет, Учалы, Благовещен, Бәләбәй һәм Күмертау. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һуңғы икәүһенең сигендә ойошторолған. Был биләмәләрҙә 17 резидент теркәлгән. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата улар меңдән ашыу эш урыны булдырған һәм 1,8 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп иткән.
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре компаниялары-резиденттарына өс тапҡырға кәметелгән һалым ставкалары билдәләнгән, улар 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Тейешле закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән.
Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса эшләгән резиденттар өсөн килемгә һалым ставкаһы 6 проценттан 2 процентҡа тиклем кәмей. «Килемдәр минус сығымдар» системаһы буйынса эшләгәндәр өсөн — 15 проценттан 5 процентҡаса. Резиденттарға килемгә, ергә, мөлкәткә һалым буйынса льготалар бирелә.
http://www.bashinform.ru/news/1274078-dmitriy-medvedev-obyavil-o-sozdanii-v-bashkirii-trekh-novykh-territoriy-operezhayushchego-razvitiya/