2018 йылдың ғинуар-декабрендә Башҡортостанда уртаса номиналь эш хаҡы 33 017 һум тәшкил иткән. Был 2017 йылға ҡарағанда 8,7 процента күберәк, тип белдерә Башҡортостанстат.
Былтыр төбәктә иң юғары эш хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр алған — айына уртаса 75 956 һум.
Эш хаҡы рейтингының шартлы икенсе урынында — 58 627 һум менән файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһе.
Өсөнсөлә химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәр килә. 2018 йылда уларҙың эш хаҡы уртаса 49 134 һум тәшкил иткән.
Уҙған йылда түбәндәге өлкәләр ҙә 40 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡы «сиген» үткән: «Һөнәри, ғилми һәм техник эшмәкәрлек» — 46 991 һум; «Финанс һәм страховкалау эшмәкәрлеге» — 46 182 һум; «Компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар етештереү» — 43 644 һум; «Башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү» — 43 200 һум; «Дәүләт идаралығы һәм хәрби хәүефһеҙлек тәьминәте; социаль тәьминәт — 42 842 һум; «Мәҙәниәт, спорт, ялды һәм күңел асыуҙы ойоштороу өлкәһендә эшмәкәрлек» — 40 623 һум һәм «Электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү» — 41 683 һум.
Уҙған йылда Башҡортостанда иң түбән эш хаҡын күн һәм күн әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәр (13 119 һум), шулай уҡ йыһаз эшләү менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәр (13 768 һум) алған.
http://www.bashinform.ru/news/1275749-nazvana-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-za-2018-god/