Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер республика балаларының төрлө, шул иҫәптән коммерция түңәрәктәренә бушлай йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Балаға исемле электрон документты ата-әсәләр үҙҙәре тултыра. Төбәк ҡаҙнаһынан бер балаға иҫәпләнгән сумма әлегә билдәләнмәгән, тип хәбәр итә Мәғариф министрлығы. Сертификат менән төрлө өҫтәмә уҡыуҙар өсөн түләргә мөмкин. Уның бюджет йәки коммерция ойошмаһы булыуы ла мөмкин, ләкин иң мөһиме — лицензия.
Айбулат Хажин билдәләүенсә, электрон өҫтәмә белем биреү сертификацияһын индереү нисә баланың түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүен аңларға һәм республика бюджетынан ойошмаларға өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән аҡсаны контролдә тоторға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Өҫтәмә белем биреү республикала элек тә бушлай ине, ләкин түңәрәктәргә йөрөгән уҡыусыларға объектив иҫәп алып барылманы. Мәҫәлән, бала секцияға йөрөй башлай, күпмелер ваҡыттан һуң ташлай, шул уҡ ваҡытта ойошмала балаға финанслау дауам итә», — тине Айбулат Хажин.
http://www.bashinform.ru/news/1276379-v-bashkirii-roditeli-budut-oplachivat-kruzhki-dlya-detey-elektronnymi-sertifikatami-/