Компания бизнес һәм халыҡ өсөн генә түгел, дәүләт өсөн дә комплекслы продукттар тәҡдим итергә әҙер. «Ростелеком» етәксеһе Башҡортостан биләмәһендә «Хәүефһеҙ ҡала» һәм «Аҡыллы ҡала» программаларын бойомға ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер булыуын белдерҙе, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнёрлыҡ моделдәрен файҙаланып.
Атап әйткәндә, һүҙ юл хәрәкәте менән идара итеү, юлдарҙа именлекте тәьмин итеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу, ауырлыҡ контроле системаларын индереү хаҡында барҙы. Михаил Осеевский һүҙҙәренсә, компания тейешле инфраструктура булдырыу буйынса бай тәжрибәгә эйә.
http://www.bashinform.ru/news/1276482-rostelekom-budet-vnedryat-v-bashkirii-programmy-bezopasnyy-gorod-i-umnyy-gorod/