«Беҙҙә бер мәсьәлә — технопарктар һәм индустриаль парктар үҫеше менән генә шөғөлләнгән кеше булырға тейеш. Эшселәр килһен һәм коммуникациялар тоташтырыуҙы көтмәйенсә шунда уҡ эш башлаһын өсөн майҙансыҡтар булдырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Был — бик яуаплы эш, ул, асылда, иҡтисадыбыҙ үҫешен билдәләйәсәк», — тине Радий Хәбиров.
Индустриаль парктар ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан индустриаль парктар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй. Рәсәй буйынса уртаса алғанда, индустриаль парк инфраструктураһына һалынған бер һумға 9,4 һум инвестиция йәлеп ителә, 90 самаһы эш урыны булдырыла.
Әлеге ваҡытта республикала ике индустриаль парк — «Өфө» һәм «Промцентр» эшләй, был парктарҙың идарасы компаниялары үҙҙәренең федераль талаптарға тап килеүен раҫланы һәм Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының индустриаль парктар реестрына индерелде.
Республикала бөтәһе алты индустриаль парк рәсми теркәлгән. Тағы алтауһы — әҙерлек стадияһында.
Стәрлетамаҡта, Салауатта индустриаль парктар һәм Өфө районының Жуков ауылында агропарк булдырыу тәү сиратта потенциаль инвесторҙарҙың ошо майҙансыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуына, һәйбәт транспорт логистикаһына, ҙур ҡалаларҙың яҡынлығына (кадрҙар ҡеүәте) һәм инженер инфраструктураһы булыуына бәйле.
http://www.bashinform.ru/news/1276769-v-bashkirii-naznachili-otvetstvennogo-za-razvitie-tekhnoparkov/