Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
25 Февраль 2019, 13:06

Өфөләрҙе сәнәғәт предприятиеларының һөнәрҙәр йәрминкәһенә саҡыралар

Баш ҡалала 28 февралдә сәнәғәт предприятиеларының һөнәрҙәр йәрминкәһе уҙа.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, улар араһында инженер, оператор, участка мастеры, контролер, водитель, йөк тейәүсе, кран машинисы, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь, токарь, тракторсы һәм башҡа һөнәрҙәр бар.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
http://www.bashinform.ru/news/1277086-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-vakansiy-promyshlennykh-predpriyatiy/
Читайте нас: