Бөтә яңылыҡтар

Буҙаны селтәрле магазин кәштәләренә сығармаҡсылар

Башҡортостандың Сибай ҡалаһында буҙа етештерә башланылар. Шәхси эшҡыуар Гөлназ Азатова милли эсемлек етештереү цехын асты.

Был ризыҡты ул бала саҡтан буҙа менән таныш булған һәм бөтә серҙәрен белгән күршеһе Рәйфә Айытҡолованың рецепты буйынса етештерә. Уның фекеренсә, эсемлек кислород менән туйынһын өсөн уны дөрөҫ ҡойоу ҙа ҙа мөһим.
«Уҡыған саҡта мәктәптә ашхана булманы, ҙур тәнәфестә өйгә ҡайтабыҙ ҙа буҙаға шәкәр һалып, тиҙ генә икмәк менән тамаҡ ялғай инек», — тип һөйләне Рәйфә Айытҡолова тележурналистарға.
Ҡорамалға 500 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Аҙнаһына 600 литрға яҡын буҙа етештерелә. Киләсәктә Гөлназ Азатова көнөнә 500 литр эсемлек етештерергә һәм буҙаны селтәрле магазиндарҙың кәштәләрендә күрергә теләй.
Читайте нас в