Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров республиканың һәр муниципалитетында инвестиция сәғәттәрен үткәрергә тәҡдим итте

Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең һәр муниципалитетында аҙна һайын инвестиция сәғәттәрен үткәрергә тәҡдим итте.

Хөкүмәт структуралары кимәлендә инвесторҙар менән «Инвестиция сәғәте» форматындағы осрашыуҙар былтыр ноябрҙән алып уҙғарыла. Инвестициялар йәлеп итеү — уларҙың мөһим эш йүнәлештәренең береһе.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, хәҙер муниципалитеттарҙа ла был эште тәртипкә һалырға ваҡыт етте.
«Күҙгә күренеп торған етешһеҙлек — муниципалитеттарҙың бизнес менән мотивация бәйләнешенең көсһөҙ булыуы. Беҙгә ошо бәйләнеште тәьмин итеү өсөн ҡаты регламент булдырыу мөһим. Һәр кесаҙна иртәнге сәғәт 11-ҙә мунициапаль берәмектә инвесторҙар һәм райондың бизнес вәкилдәре менән инвестиция сәғәтен үткәрергә кәрәк. Тәүге ултырыштар был аҙнала ойошторолорға, уларҙа тәжрибә алмашыу өсөн республиканың «Инвестиция сәғәте» вәкилдәре ҡатнашырға тейеш. Инвестиция сәғәте йөкләмәләр теркәлгән протокол ҡабул итеү менән тамамланырға тейеш. Бының менән беҙ ике бурысты хәл итәбеҙ: һеҙҙе эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтабыҙ һәм бизнес өсөн шарттар булдырабыҙ. Бөтә хакимиәт башлыҡтарынан ер, мөлкәт, ойоштороу ресурстарын асыуҙарын һорайым», — тине Радий Хәбиров.
Беренсе муниципаль «Инвестиция сәғәте» 14 мартта Кушнаренко ауылында уҙҙы.

Читайте нас: