«Аҡса алыуға сират документтар тапшырылған датанан сығып күсә бара, — тип билдәләнеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. — Документтар ҡабул итеү һәм таныҡлыҡтар биреү менән Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы шөғөлләнә».
Бынан алда «Башинформ» республикала тәүге балалары донъяға килгән ата-әсәгә 300 мең һум күләмендә социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйылыуын хәбәр иткәйне. Балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған һәм программала ваҡытында ҡатнашҡан ғаиләләр генә ошондай ярҙамға дәғүә итә ала. Ата-әсәнең бала тыуғандан һуң ғариза биреү өсөн алты ай ваҡыты бар. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты әлеге мәлгә 2764 сертификат тапшырған. Программала 7300-ҙән ашыу йәш ғаилә ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1287010-v-bashkirii-na-vyplatu-za-perventsa-vydelili-bolee-500-mln-rubley/