Башҡортостанда ағымдағы йылдың IV кварталына уртаса бер ай өсөн йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 9355 һум, пенсионерҙарға – 7193 һум, балаларға – 8723 һум. Уртаса һан — 8784 һум.
Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын Башстаттың аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә билдәләнә.
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме һәм социаль өҫтәмәләр йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1287438-v-bashkirii-velichina-prozhitochnogo-minimuma-v-iv-kvartale-sostavit-8784-rublya/