18 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән ағымдағы йылға 907 миллион һум бүленде (Башҡортостан бюджеты — 407 миллион, Рәсәй бюджеты — 500 миллион һум). 2020 йылда был сумма 268,9 миллион һум тәшкил итә.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров онкология диспансерының яңы бинаһын төҙөү барышы менән танышты. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин объектты 2020 йылдың тәүге кварталында файҙаланыуға тапшырырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне. Стационарҙың ҡеүәте — 240 койка-урын, сменаһына 450 кешене ҡабул итеүгә һәләтле. Беренсе ҡатта — стационарға ҡабул итеү бүлмәләре, регистратура, гардероб һәм бактериологик лаборатория менән айырым блок, икенселә — компьютер томографияһы, рентген тикшереүе һәм һанлы маммография кабинеттары, өсөнсөлә — трансфузиология хеҙмәте, дауалау-тикшереү һәм консультация биреү кабинеттары, ә 4-8-се ҡаттарҙа ике палата секцияһы менән биш стационар бүлексә була.
«Һеҙ яман шеш менән ауырыған кешеләр өсөн һуңғы өмөт, иң мөһиме, пациенттар тейешле дауа алырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов менән һөйләшеүҙә онкология сирҙәрен иҫкәртеүҙең һәм иртә стадияла асыҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Радий Хәбиров онкологияны иртә стадияларҙа асыҡлаған поликлиника хеҙмәткәрҙәренә премия биреү тураһында указға ҡул ҡуясағын белдерҙе. Премияның яҡынса күләме – һәр осраҡ өсөн 5 748 һум.
«Шулай уҡ алдағы өс йылда Башҡортостанда күп профилле дауаханаларҙа 13 амбулатор ярҙам үҙәге асыла: дүртәүһе — Өфөлә һәм туғыҙы — республика ҡалаларында», — тип һөйләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, «Башинформ» агентлығының һорауына яуап биреп.
Уның һүҙҙәренсә, июндә Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәре онкологтарының съезы уҙа. Унда иң шәп белгестәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға һәм дауалауҙың яңы алымдары тураһында һөйләргә тейеш.