54-се федераль закондың яңы редакцияһы әлегә тиклем контроль-касса техникаһын ҡулланмаған бөтә ойошмаларға һәм эшҡы-уарҙарға ҡағыласаҡ. 1 июлдән ҡулаҡса менән түләүҙәр, аҡса күсереүҙәр менән иҫәпләшеү мотлаҡ контроль-касса аппараты ярҙамында ғына башҡарылырға тейеш буласаҡ.
Хеҙмәткәрҙәргә мохтажлыҡ кисермәгән эшҡыуарҙар, йәмәғәт туҡланыу өлкәһенә бәйле булғандар араһында кассаһыҙ эшләүселәр бар. Шулай уҡ автоматтар ярҙамында сауҙа алып барыусылар ҙа етерлек (быға тиклем уларға махсус бланкылар менән эшләргә рөхсәт ине). Әммә ике төркөм дә касса аппараты һатып алырға тейеш буласаҡ хәҙер.
Әлбиттә, алдан уҡ касса аппараты булғандарға фискаль мәғлүмәт тапшырыу протоколын 1.05 версияһына яңыртырға кәрәк буласаҡ. Һалым хеҙмәте чектарҙа өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың тағы ла 18-ҙән 20 процентҡа үҙгәреүен иҫкәртә.
Был яңылыҡ яйлап башҡарыла, әммә ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа уны ҡабул итергә ашыҡмай. Кемдең артыҡ сығым сарыф иткеһе килһен инде. Тик онлайн кассалар мәсьәләһен алдан уҡ хәл итеп, аппараттар менән ҡытлыҡ килеп сыҡҡан мәлде көтөп ятмау хәйерлерәктер.