Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум бүленә

Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙары быйыл йылҡысылыҡты үҫтереүгә «2018-2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә республика бюджетынан 100 миллион һум самаһы аҡса алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан. Бынан тыш, «Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» федераль программаһы аҡсаһын да ошо маҡсатта файҙаланырға була. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 1,057 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 2019 йылға — 344 миллион, 2020 йылға — 427,7 миллион һум.
Дәүләт ярҙамы селекцияға сығым өлөшөн ҡаплауға субсидия рәүешендә, шулай уҡ йылҡысылыҡ предприятиелары һәм ипподромдар проекттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡ программаларында ҡатнашыу өсөн бирелә.
Башҡортостан илдә аттар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Ҡымыҙҙы тулайым етештереү күләмендә төбәктең өлөшө 45% тәшкил итә. Йылҡыларҙың күбеһе — Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121,5 мең ат иҫәпләнгән, алдағы ике йылға бурыс — йылҡы иҫәбен меңгә арттырыу.
http://www.bashinform.ru/news/1290444-v-bashkirii-na-razvitie-konevodstva-vydelyat-100-mln-rubley/
Читайте нас: