Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
2 Апрель 2019, 14:23

7 мең тонна йәшелсәне ҡайҙа һаҡларға?

Ҡаланың сираттағы “инвестиция сәғәте”ндә аҙыҡ-түлек һәм сәләмәтлеккә ҡағылышлы проекттар ҡаралды. Сарала хакимиәттән, кредит ойошмаларынан вәкилдәр һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Ултырышты хакимиәт башлығы Владимир Куликов алып барҙы.

Бында ике проект ҡаралды. Тәүгеһе – логистик үҙәктә йәшелсә-емеш һаҡлау урыны төҙөү. Унда 7 мең тоннанан ашыу продукция һаҡларға мөмкин буласаҡ. Һаҡлауҙан тыш, бында заманса техно-логиялар ҡулланып, уны эшкәртеү, киптереү һәм туңдырыу өсөн уңайлыҡ-тар һәм ҡулланыусыларға ауыл хужа-лығы продукцияларын килтереп биреү планлаштырыла. Йәшелсә-емеште рес-публиканың көньяҡ төбәгендә урын-лашҡан ҙур магазиндарға, баҙарҙарға, ресторандарға күмәртәләп һатыу ойошторола. Шулай уҡ махсус мага-зиндарҙа продукцияны осһоҙораҡ хаҡҡа киң ҡулланыусы ла һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Икенсе проект буйынса Николаев һәм Волочаевский урамдары киҫеле-шендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк. Проект авторҙары уның ярҙамында ил кимәлендә һауыҡтырыу, йәш быуын араһында спортты үҫтереү эштәрен йәйелдерергә уйлай.
Ике проект менән дә танышҡас, уларға ярҙам итергә кәрәк тигән ҡарарға килде “инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар. Инвестициялар тормошҡа ашҡан хәлдә, ҡаланы таҙа йәшелсә-емеш менән тәьмин итергә, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға өлөш индерергә мөмкин буласаҡ.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: