Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
8 Апрель 2019, 14:40

Республикала экологик өмәләрҙә 319 мең кеше ҡатнашты

6 апрелдә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында экологик өмәләр үтте. Учалы районында һәм Сибайҙа ғына акцияны үткәреүгә һауа торошо ҡамасауланы. Өмәгә 319 280 кеше һәм 3056 берәмек техника сыҡты. 5532 ихата, 107 ял итеү урыны, 63 хәрби мемориал тәртипкә килтерелде.

15 690 ойошма үҙҙәренең биләмәһен таҙартты. 110 261 кубометр сүп-сар сығарылды. Өмәләр уҙғарылған урындар янында 189 байрам сараһы һәм 846 ҡайнар аш менән туҡланыу нөктәһе ойошторолдо.
Өмәләргә 34 республика власть органының 800 хеҙмәткәре сыҡты. Улар Өфөнөң 11 скверында эшләне һәм 10 мең тонна сүп-сар йыйҙы.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев ошондай һандар килтерҙе. Ведомство башлығы киләһе республика өмәһенең 27 апрелдә буласағын иҫкә төшөрҙө. Сүп-сар йыйыуҙан тыш, фасадтарҙы йыуыуға, ҡоймаларҙы һәм бордюрҙарҙы буяуға, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә, ағас ботаҡтарын киҫеүгә, йәшелләндереүгә лә иғтибар бүлергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡала-ҡасабаларҙың таҙалыҡ стандарттары «юғары», уларға тап килергә кәрәк. Ул үҙенең Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға өмәләрҙең һөҙөмтәлелеген тикшереү өсөн апрель аҙағында — май башында муниципалитеттарға эксперттар ебәрергә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1294330-319-tysyach-zhiteley-bashkirii-prinyali-uchastie-v-ekologicheskom-subbotnike/
Читайте нас: