Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
9 Апрель 2019, 14:44

Башҡортостанда газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында парковка өсөн штраф индерҙеләр

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штрафтар индергән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Законды ҡабул итеү өсөн 92 депутат тауыш бирҙе, 8-ҙе ҡаршы булды. Закон проекты 28 мартта тәүге уҡыуҙа ҡабул ителеп, уны еренә еткереп эшләү бурысы йөкмәтелде. 4 апрелдә парламент комитетында депутаттар тәҡдим иткән 8 төҙәтмә ҡаралды. Фекер алышыуҙан һуң улар кире ҡағылды. Аҙаҡҡы редакцияла йәшелләндерелгән биләмәнең билдәләмәһе генә үҙгәрҙе. Был — «йәйәүлеләр, велойәйәүлеләр һәм велосипед юлдарының, юлдарҙың ҡаты япмаһы менән сиктәш булған үлән, сәскә һәм (йәки) ағас-ҡыуаҡтар менән ҡапланған ер участкаһы».
Дүшәмбе, 8 апрелдә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров иғтибарын законды тиҙерәк ҡабул итеү кәрәклегенә йүнәлтте.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, газондарҙа парковка өсөн граждандарға — 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә — 5-10 мең һум, юридик берәмектәргә 20-30 мең һум штраф ҡаралған. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күберәк була: граждандарға — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә — 15-20 мең һум, юридик берәмектәргә — 35-50 мең һум.
«Протоколды райондарҙағы административ комиссиялар төҙөй, штрафты ла улар яҙа. Берәйһенең газонда, балалар йәки спорт майҙансығында машинаһын ҡалдырып киткәнен күргән кешеләр ҙә комиссияға ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә ала», — тине Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса парламент комитеты рәйесе Владимир Нагорный.
Уның һүҙҙәренсә, закон ҡабул ителгәс, административ комиссиялар реаль эшләгән ҡоралға эйә булды. Парковка ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләнгән аҡса өҫтәмә парковка урындары булдырыуға һәм ҡоймалар ҡуйырға мөмкинлек бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1294850-v-bashkirii-vveli-shtrafy-za-parkovku-na-gazonakh-i-detskikh-ploshchadkakh/
Читайте нас: