Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
9 Апрель 2019, 14:36

Радий Хәбиров: Башҡортостан Төркиәлә һәм Австрияла сауҙа вәкиллектәрен аса, Италия өйрәнелә

Быйыл Башҡортостан Төркиәлә һәм Австрияла сауҙа вәкиллектәрен аса, Италия буйынса мәсьәлә өйрәнелә.

9 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эше тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.
«Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә килгәндә, беҙ һуңғы 10 йылда иң түбән кимәлдә торабыҙ. Сит ил инвестициялары күләме буйынса ла шул уҡ хәл. Ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртергә кәрәк. Төбәктең Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында компанияларыбыҙ дүрт халыҡ-ара күргәҙмәлә һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашты. Быйыл 20-нән ашыу ошондай сара күҙаллана. Республикабыҙҙы, Башҡортостан продукцияһын донъя баҙарында танытыу буйынса «агрессив» сәйәсәт (яҡшы мәғәнәлә) алып барырға, ҙур халыҡ-ара иҡтисади форумдарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға йыйынабыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, йыл һайын республика Хөкүмәтенең эше тураһында отчет тәҡдим ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1294899-radiy-khabirov-bashkiriya-otkroet-torgpredstva-v-turtsii-avstrii-i-italii/
Читайте нас: