«Атап әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә, спиртлы эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыуға, законһыҙ ташыусыларға ҡаршы көрәштә тәртип урынлаштырыуҙы ҡануни тәьмин итте. Киләсәктә Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү буйынса республика программаһын әҙерләргә уйлайбыҙ, сөнки күп кенә муниципалитеттарҙа был мәсьәлә бик киҫкен тора», — тип билдәләне парламент вице-спикеры. Рөстәм Ишмөхәмәтов депутаттарҙың майҙа ялған алкоголгә ҡаршы көрәш мәсьәләләренә арналған парламент тыңлауҙары үткәрергә йыйыныуҙары тураһында һөйләне. Шулай уҡ хәмер һатыу ваҡытын киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләгән ҡануни башланғыс индереү күҙаллана. Урман фондын аукциондар аша түгел, ә конкурс нигеҙендә бүлеү буйынса билдәле бер хоҡуҡи база булдырыла.