Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
11 Апрель 2019, 13:05

Радий Хәбиров: Башҡортостанда табиптарға өҫтәмә рәүештә 125 миллион һум түләнә

Уҙған йылдың 1 октябренән Башҡортостанда эшләгән табиптар — 185, урта медицина персоналы 216 кешегә артҡан.

9 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.
«Беҙ уҡыуҙы тамамлаған йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу йәһәтенән медицина университеттары һәм колледждары менән маҡсатлы эш алып барабыҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ауылда төпләндереү варианттарын өйрәнәбеҙ. Уҙған йылда «Башҡортостан фельдшеры» программаһына старт бирелде. «Ауыл табибы» федераль программаһына эләкмәгән 125 табипҡа өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Тиҙҙән табиптарға, айырыуса тар йүнәлешле белгестәргә яҙылыу мәсьәләһен хәл итергә тырышырбыҙ», — тине Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, йыл һайын республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1294938-radiy-khabirov-vracham-v-bashkirii-vyplatyat-dopolnitelno-125-mln-rubley/
Читайте нас: