Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөнгө хөкүмәт-ара килешеүе ҙур әһәмиәткә эйә.
«Башҡортостан предприятиеларының күбеһе Татарстан предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ләкин ике республика араһындағы тауар ағымын тағы ла арттырырға кәрәк. Тауарҙар исемлеген йылдан-йыл арттырыу мөһим», — тине республика етәксеһе һәм «Татарстан Республикаһы көндәрен үткәреү беҙҙең хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтер» тигән ышаныс белдерҙе.
Ошо маҡсатта тиҙҙән Татарстанда Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге асыла. Башҡортостанда Татарстандың ошондай вәкиллеге күптән эшләй.
«Башҡортостан Рәсәй республикаларынан тәүгеләрҙән булып хәҙерге дәүләтселектең 100 йыллығын билдәләй. Үҙенең юбилейына ул һәйбәт иҡтисади күрһәткестәр менән аяҡ баҫты. Төбәктәребеҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн бай потенциалды бойомға ашыра алыр тип ышанам. Ике республика араһында һәр ваҡыт дуҫтарса мөнәсәбәттәр булды һәм булыр. Татар туғандарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа», — тип белдерҙе Рөстәм Миңлеханов.
Татарстан Президенты һүҙҙәренсә, ике туғандаш республиканың хөкүмәттәре араһындағы килешеү «мөнәсәбәттәрҙә яңы этапты билдәләй».
Әлеге ваҡытта Башҡортостан менән Татарстан араһындағы тауар әйләнеше 34 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, ләкин иҡтисади ҡеүәт файҙаланып бөтөлмәгән.
Әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн өҫтөнлөклө өлкәләр иҫәбендә — ауыл хужалығы, туризм, нефть химияһы производствоһы, инновациялар, мәҙәниәт һәм мәғариф.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
http://www.bashinform.ru/news/1299282-rustam-minnikhanov-o-soglashenii-mezhdu-respublikami-bratya-tatary-vsegda-ryadom-/