Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
18 Апрель 2019, 17:32

Республикала автоташыусылар өсөн тахографтар мотлаҡҡа әйләнә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында кодексына «тахограф» төшөнсәһен нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Парламентарийҙар шулай уҡ республикала автоташыуҙар менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик берәмектәрҙең транспортына тахографтар ҡуйыу тураһында талаптарҙы ла нығыта.
«Тахографтар транспорттың тиҙлеге һәм хәрәкәт итеү маршруты, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимы хаҡында мәғлүмәтте өҙлөкһөҙ теркәп бара. Был мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеп булмай. Закон проекты республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға, унда ҡатнашыусыларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошо законды ҡабул итеү ташыуҙар өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы һөҙөмтәле дәүләт һәм муниципаль кимәлдә контролдә тотоуҙы тәьмин итергә тейеш. Тәү сиратта был пассажирҙар ташыу өлкәһенә ҡағыла. Бында, мәҫәлән, тиҙлек йәки водителдәрҙең ял режимын үтәмәүе арҡаһында граждандарҙың һаулығына зыян килтереү хәүефе ныҡ юғары», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
http://www.bashinform.ru/bash/1298454/
Читайте нас: