Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән районында ҙур гибрид ҡояш электр станцияһы төҙөлә

«Хевел» компаниялар төркөмө йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә энергия һаҡлағыстар менән ҙур гибрид ҡояш электр станцияһын төҙөй. Дөйөм ҡеүәте 10 МВт тәшкил иткән ҡояш генерацияһы Башҡортостандың Бөрйән районында була, тип хәбәр ителә компанияның сайтында.

Бөрйән ҡояш электр станцияһы селтәр менән параллель рәүештә лә, автономлы режимда ла эшләй. Шулай итеп, электр станцияһы бөтә районға электр энергияһы бирергә, ә авариялы өҙөү йәки электр тапшырыу линияһында ремонт эштәрен башҡарыу осрағында автономлы режимда дауаханаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын электр менән тәьмин итергә тейеш.
Бынан алда компанияла Бөрйән проектына инвестициялар 800 миллион һумға баһаланды, станцияны 2020 йылда сафҡа индереү күҙалланды, тип хәбәр итә «Коммерсант-Башҡортостан» баҫмаһы. Һаҡлағыстарҙы иҫәпкә алып, проект 1 миллиард һумға тиклем ҡиммәтләнде.
«Хевел» компанияһы Башҡортостанда Бүребай (ҡеүәте 20 МВт), Бөгөлсән (15 МВт), Иҫәнғол (9 МВт) станцияларын төҙөнө. Компания республиканың Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында тағы дүрт ҡояш электр станцияһы төҙөргә ниәтләй.
http://www.bashinform.ru/news/1302587-v-burzyanskom-rayone-bashkirii-postroyat-krupneyshuyu-gibridnuyu-elektrostantsiyu/
Читайте нас: