Башҡортостандың Финанс министрлығы 2018 йылда республиканың 10 эре һалым түләүселәрен атаны. Алты сәнәғәт предприятиеһы, өс алкоголь етештереү компанияһы һәм банк республика бюджеты һалым килеменең 43,7% тәьмин иткән. 2017 йылда ошо уҡ компаниялар керемдең 36,9% тәьмин иткән.
«Башнефть» йәмғиәте —27,9% өлөш (2017 йылда 16,8% )
«Газпром» йәмғиәте — 3,2% (3,5%)
«Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» йәмғиәте — 2,3% (3,1%)
«Мәскәү – Эфес һыра ҡайнатыу заводы» акционерҙар йәмғиәте — 2,2% (2,8%)
«Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте — 1,7% (1,8%)
«Башспирт» акционерҙар йәмғиәте — 1,7% (2,8%)
«Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — 1,4% (2,1%)
«Хейнекен берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — 1,2% (1,2%)
«Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» йәмғиәте— 1,2% (1,5%)
«Транснефть» йәмғиәте — 0,9% (1,2%).
Ойошмалар табышына һалымдан килем бюджетҡа керем күләме буйынса икенсе булып тора. Тәүге урында НДФЛ ҡала — физик берәмектәр килеменә һалым.
http://www.bashinform.ru/news/1305424-minfin-bashkirii-nazval-top-10-krupneyshikh-nalogoplatelshchikov-respubliki/