– Рөстәм Камилевич, һүҙҙе шунан башлағы килә: ҡалала эшҡыуарҙар армияһы ҙурмы?
– Көнөнә генә бер нисә эшҡыуар теркәлә йәки эшмәкәрлеген туҡтата, шуға күрә ошо минутта шунса бизнесмен бар тип әйтеп булмай. Ғөмүмән, был өлкәгә ун меңдән ашыу берәмек бәйле. Стәрлетамаҡта ике меңдән ашыу ғына ла сауҙа объекттары бар – улар бөтә бизнестың 44 процентын тәшкил итә, ә төҙөлөш өлкәһенә 10 процент тура килә, эшкәртеү – 8 процент, транспорт – 7 процент. Һаулыҡ һаҡлау менән белем биреүгә берәр процент тура килә. Законға таянып, ошо тиклем армия менән эш итәбеҙ.
– Ә беҙҙә бизнес үҫешкән тип ауыҙ тултырып әйтеп булыр инеме?
– Ниндәйҙер етешһеҙлектәр, мәсьә-ләләр һәр ваҡытта һәр өлкәлә бар һәм буласаҡ. Эшҡыуарлыҡты ла был күренештән ситләтеү мөмкин түгел. Әммә үҙ проблемалары, уңыштары менән үҫешә. Заманса әйткәндә, үҫеш нөктәләре етерлек! Мәҫәлән, бер магазин ябылды, ти, әммә бының менән сауҙа өлкәһендә хеҙмәтләндереү тамамланмай, янында икенсе эрерәк йәки бәләкәйерәк объект барлыҡҡа килә. Көсөн самаламай эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар ҙа юҡ түгел. Был – тәбиғи күренеш, бизнес, тере организм һымаҡ, бер урында тик тормай, бында үҫә, икенсе урында төшә тигәндәй.
– Бөгөнгө бизнесменды күҙ алдына баҫтырып үтәйек әле.
– Ул үҙенең ижади һәләтен, тырышлығын, капиталын егеп, үҙенә эшләүсе шәхес тип билдәләр инем. Ул һалым түләй, кредитын ҡаплай, килеменән ғаиләһен баға, бизнесын артабан үҫтерә, үҙенә һәм башҡаларға эш урындары булдыра, ҡаланы үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индерә. Шуға күрә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, йәмғиәттең таянысы булған ошо күренеште төрлө яҡлап күтәрергә тырышабыҙ, эшҡыуарҙың хәлен яҡшыртыуҙа компромистарға ла барырға тура килә, өҫкә ҙур яуаплылыҡтар ҙа алырға, әммә, иң мөһиме: эшҡыуарҙы нисек тә күтәреү тигән маҡсат тора, сөнки уларға, әйтеп китеүебеҙсә, тормоштоң барлыҡ яҡтары ла бәйле. Көйләргә, төрлө грант, программалар юлларға ярҙам итәбеҙ. Халыҡ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре эшлекле, яҡшы булһын өсөн дә – беҙ яуаплы.
– Ә бына бизнес асырға теләү-селәргә ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
– Өҫтәрәк ниндәй бизнестың йүнә-лештәре ниндәй процентта булыуы йәки конкуренция тураһында әйтеп киттек, быға өҫтәп сауҙаның һәр саҡ кәрәкле күренеш икәнен иҫкә төшөргө килә, сөнки беҙгә һәр саҡ ашарға ла, кейенергә лә кәрәк. Был беренсенән булһа, икенсенән, “Нимә менән шөғөлләнәсәкмен?” тигән һорауға яуап эҙләгәндә үҙегеҙҙең эш тәжрибәгеҙҙе күҙ уңында тотоғоҙ. Бынан тыш, эште башлап китеү һәр саҡ сығымдар талап итә, әммә бизнес алға китмәгән осраҡта ла кредитты кире ҡайтарырға тура киләсәк... Иң мөһиме, эшегеҙгә ижади тотонорға кәрәк. Һәр саҡ бизнеста кем яңылыҡ уйлап тапҡан, яңы алымдар ҡулланған – улар отоусан. Ул яңылыҡтың берегеп китеүе генә шарт. Был тәңгәлдән яңы технологияларҙы ҡулланырға кәңәш итер инем. Бер генә миҫал: хәҙер Стәрлетамаҡта сәс алдырыу өсөн бөҙрәханалар буйлап йөрөү мотлаҡ түгел, ә махсус мобиль ҡушымта ярҙамында үҙ ваҡытыңа ҡарап, алдан яҙылыу мөмкинлеге бар.
– Рөстәм Камилевич, бизнес өлкәһе хаҡында бер гәзиттә түгел, бер нисә һанда ла һөйләшеп бөтөү мөмкин түгел һәм был темаға ҡайтанан әйләнеп ҡайтырбыҙ тигән өмөттә һүҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө айҡанлы йомғаҡлағы килә.
– Эшҡыуарлыҡ өлкәһе – еңел шөғөл түгел. Кемдер яна, кемдер уңыш яулай. Шул уҡ ваҡытта улар иңендә үҙҙәре, үҙҙәренең клиенттары өсөн ҙур яуаплылыҡ ята. Тауарҙарҙың, күрһәтелгән хеҙмәттең сифаты уларҙың булдыҡлылығына ғына түгел, намыҫына ла бәйле. Хөрмәтле йүнселдәр, юлығыҙҙа осраған һәр һынауҙы ла лайыҡлы үтеп, үҙегеҙгә һәм ҡала халҡына тик файҙалы итеп эш алып барыуығыҙҙы теләп ҡалам.
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.