Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡаҙнаһына ер аҫтын файҙаланыусыларҙан керемдәрҙең артыуын билдәләне

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика бюджетына ер аҫтын файҙаланыу өлкәһенән керемдәрҙең һиҙелерлек артыуын билдәләне.
«Уҙған йылда ер аҫты менән файҙаланған өсөн түләүҙәр 22 процентҡа артып, 35 миллион һумдан ашҡан. Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым 2017 йылға 27 процентҡа, 117,5 миллион һумға тиклем артҡан. Шул иҫәптән был — тармаҡта тәртип урынлаштырыу буйынса башланған эштең һҙөмтәһе. Рөхсәтһеҙ эшләгәндәр китә, намыҫлы эшҡыуарҙар ҡала, — тине Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләгән координация кәңәшмәһе ултырышында.
Бөгөнгә республикала 200-ҙән ашыу «рәсми» ер аҫтын файҙаланыусылар иҫәпләнә, уларҙың бер өлөшө табыш тураһында отчет бирмәй, файҙалы ҡаҙылмалар сығарған өсөн һалым түләмәй һәм лицензия талаптарын үтәмәй. Шуға күрә уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙы «тағы ла көсәйтергә кәрәк», тип иҫәпләй төбәк етәксеһе.
Әйтәйек, былтыр лицензия хужаларының 139 закон боҙоу осрағы асыҡланған. 100-гә яҡын ойошма административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Республикаға килтерелгән зыян 31 миллион һум тәшкил иткән.
«Бындай компанияларҙың күпме аҡса эшләгәнен иҫәпкә алғанда, беҙ һалған штрафтар ҙур түгел. Ошо турала, шулай уҡ намыҫһыҙ предприятиелар өсөн язаны көсәйтеү мөмкинлеге хаҡында уйларға кәрәк. Беҙгә тейешле тәҡдимдәр менән федераль кимәлгә сығырға кәрәк булыуы ихтимал, — тине Радий Хәбиров. — Лицензияны тартып алыу кеүек вариант бар. Уҙған йылда — 41, быйыл беренсе кварталда — 15, 2018 йылда 71 лицензия ғәмәлдән сығарылған, ағымдағы йылдың беренсе кварталында – тағы 46».
Ултырышта билдәләүҙәренсә, быларҙың барыһы ла йыш ҡына «законлы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең законһыҙ тормошҡа ашырылыуы» һөҙөмтәһе булып тора. Икенсе төрлө әйткәндә, тыштан ғына законлы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге күренеше булдырыла. Бигерәк тә дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тураһында һүҙ барғанда.
Былтыр Башҡортостанда рейдтар ярҙамында дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ сығарыуҙың 160 осрағы асыҡланған. Дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылған.
2019 йылдың беренсе кварталында иһә 13 осраҡ.
«Беҙ яһалма һыу объекттары төҙөү өсөн ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе файҙаланыуҙың законлылығына ентекле анализ үткәрергә тәҡдим итәбеҙ», — тип белдерҙе тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуроры Рунар Шәйхетдинов.
http://www.bashinform.ru/news/1313406-radiy-khabirov-konstatiroval-rost-postupleniy-v-byudzhet-bashkirii-ot-nedropolzovateley/
Читайте нас: