Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәскәү инвесторы Белореттағы «Морат» тау саңғыһы курортында аквапарк төҙөй

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет районында «Морат» тау саңғыһы курортын үҫтереү өсөн инвестор табылыуы тураһында хәбәр итте.

«Беҙ «Морат»ҡа инвестор таптыҡ — ул илдә киң билдәле «Баҡса ҡулсаһы» компанияһы. Был Европалағы кеүек курорт була. Өс-дүрт йылдан бында трассаларҙың һаны һәм оҙонлоғо ике тапҡырға артыр. Туристарҙы йәлеп итеү нөктәләре асылыр, ә иң мөһиме — республика иҡтисадына өҫтәмә алты миллиард һум самаһы аҡса килер», — тип яҙҙы Радий Хәбиров «Фейсбук»тағы сәхифәһендә.
Йылына курортҡа килеүселәр һанын әлеге 70 мең кешенән 500 меңгә тиклем арттырыу күҙаллана. «Морат» курортын үҫтереү планы шулай уҡ 50 коттедж, 945 апартамент, 15 дөйөм туҡланыу нөктәһе, өс ресторан, 50 коммерция инфраструктураһы объектын, шул иҫәптән балалар үҙәген, магазиндар, дарыухана, прокат, химик таҙартыу пунктын төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Бер йылда һатылған скипастар һанын — 55 меңдән 200 меңгә еткереү, тау саңғыһы трассаларын — 8-ҙән 15-кә ҡәҙәр, уларҙың оҙонлоғон 7,7-нән 16,2 саҡрымға тиклем арттырыу ҡаралған.
Бынан тыш, яҡын киләсәктә Моратта картинг, панда-парк, һауыҡтырыу комплексы, тау саңғыһы велосипедтары өсөн юлдар, экотерапия һәм скандинавса йөрөү өсөн трассалар, һыбай йөрөү өсөн маршруттар асыла.
Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, республика биләмәләрҙе үҫтереү өсөн башҡа мөһим проекттарға ла инвесторҙарҙың килеүен көтә һәм «мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтергә» әҙерлеген белдерҙе. Һүҙ, тәү сиратта, Бөрйән кластерын, «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарын үҫтереү хаҡында бара.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы «Морат» тау саңғыһы курортын йыл әйләнәһенә эшләтергә тәҡдим итеүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1315325-rukovoditel-bashkirii-nazval-investora-gornolyzhnogo-kurorta-mratkino/
Читайте нас: