«Беҙ ауылдарға газ индерәбеҙ, ә халыҡ тоташа алмай, сөнки хаҡы – 100 мең һумдан ашыу. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге тәжрибә менән танышып сыҡтыҡ. Мохтаждарға ошо эштәрҙе башҡарыуға субсидия йәки сетификат рәүешендә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ», – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Әлеге ваҡытта Хөкүмәт ихаталар буйлап тикшереүҙәр уҙғарылған муниципалитеттарҙан мәғлүмәт йыя. Яҡынса 3,5 мең хужалыҡ ошо льготанан файҙаланырға әҙер булыуын белдергән дә инде. Республиканың Хеҙмәт министрлығы субсидиялар биреү тәртибен һәм уларҙы алырға хоҡуҡлы граждандар категориялары исемлеген әҙерләй.
http://www.bashinform.ru/news/1315450-v-bashkirii-vydelyat-subsidii-selskim-zhitelyam-dlya-podklyucheniya-k-gazu/