Бөтә яңылыҡтар

Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй

6-8 июндә XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың рәсми делегацияһын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләй.

Республика етәксеһе «Тотороҡло үҫеш тәртибен формалаштырып» форумының пленар ултырышында, энергетик панель сессияһында ҡатнаша, «Бөтәһе өсөн дә спорт: донъя трендтары һәм эшлекле ҡараш» эшлекле дискуссияһында сығыш яһай.
Форум барышында төбәктәр, финанс-кредит ойошмалары, предприятиелар һәм фондтар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр, шулай уҡ төбәк биләмәһендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең төп компаниялары менән ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡында килешеүҙәр төҙөү күҙаллана. Улар иҫәбендә – «Роснефть», «Росатом», «Һаҡлыҡ банкы», «Уралсиб», «Ростелеком», «Рәсәй почтаһы», «КАМАЗ», RAILGO, «Хевел», «Солар Системс», «Газпром СПГ технологиялар», Marubeni Corporation, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Делегацияның эш программаһы эш осрашыуҙарын, панель сессияларҙы, илдең һәм төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенең төп мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала.
Форумда Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһы ойошторола. Унда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең һәм үҙенсәлекле иҡтисади зонаның мөмкинлектәре, шулай уҡ логистика, нефть химияһы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, энергетика, транспорт өлкәһендәге проекттар менән танышырға мөмкин.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан алып уҙғарыла. 2006 йылдан Рәсәй Президенты патронаты аҫтында үткәрелә. Элекке йылдарҙа форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы һәм Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар, тотош донъя алдында торған төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде.
Читайте нас в