Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда аҡыллы ҡалалар була

"Ростелеком" Башҡортостанда "Аҡыллы ҡала" проектын ғәмәлгә ашырасаҡ. Бөгөн Петербург иҡтисади форумында беҙҙең республика менән "Ростелеком" араһында килешеү төҙөлдө. "Аҡыллы ҡала" проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән документҡа Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компания президенты Михаил Осеевский ҡул ҡуйҙы.

Проект иң беренсе булып Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Октябрьскийҙа ғәмәлгә ашырыла. Йорттар төҙөлөшөндә, йәшәү шарттарын булдырыуҙа заманса технологияларға өҫтөнлөк биреләсәк.
Читайте нас: