Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда эре вагон ремонтлау заводы төҙөләсәк

Инвесторҙар был проектты тормошҡа ашырыуға 21 миллиард һум аҡса йүнәлтәргә әҙер. Килешеүгә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Төнъяҡ баш ҡалала бөгөн асылған сарала Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй.

Инвесторҙар белдереүенсә, быйыл уҡ сафҡа инәсәк предприятиела 250 эш урыны асырға күҙаллай. Завод илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән нефть тултырылған составтарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бынан тыш, республиканың төп тимер юлы станцияларының береһендә цистерналарҙы газһыҙландырыу заводы төҙөлә. Әле илдә бындай заводтарға ҡытлыҡ күҙәтелә.
Форум барышында Башҡортостан вәкилдәре Өфөлә Рәсәй почтаһының ҡеүәтле логистика үҙәген төҙөү тураһында ла килеште. Бында көнөнә унар меңләп бандероль һәм посылка эшкәртеләсәк. Төҙөлөшкә 3 миллиард һум аҡса һалыу күҙаллана. Проекты әҙер. Көҙгә төҙөлөш башланырға тейеш. Бында ла меңдән ашыу эш урыны асыу ҡаралған.
Форумда Радий Хәбиров Камаз заводының генераль директоры менән дә осрашты. Сергей Когогин әйтеүенсә, автогигант артабан да Нефтекама заводын үҫтерәсәк. Быйыл Нефаздың етештереү күләме 20 миллиард һумдан артырға тейеш. Әлеге ваҡытта предприятиеның етештереү ҡеүәттәре 100 процентҡа файҙаланыла. Өҫтөнлөк Мәскәү,Санкт-Петербург һәм ҡайһы бер күрше илдәрҙең ҡалаларында ихтияж ҙур булған электробустарға бирелә.
Форумда энергетика өлкәһендә лә килешеүгә ҡул ҡуйылды. "Хевел" компанияһы Башҡортостанда ҡояш электр станциялары төҙөлөшөн дауам итергә теләк белдерҙе. Әлегә республикала өс ошондай станция эшләп килә. Улар Хәйбулла,Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарын таҙа энергия менән тәьмин итә. Сиратта Стәрлебаш. Төбәктә 25 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡояш электр станцияһын төҙөү планлаштырыла.
Моноҡалалар фонды иһә форум барышында Күмертау элеваторының 250 миллион һумлыҡ процентһыҙ кредитҡа ғаризаһын хуплауы тураһында белдерҙе. Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты өсөн ул 8 йылға бирелә. Форумдағы тәүге эш көнөн йомғаҡлап Радий Хәбиров республика командаһының һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.
Форумдың тәүге көнөндә Башҡортостан делегацияһы тиҫтәләгән осрашыу уҙғарҙы. Дөйөм алғанда 70 миллиард һумлыҡ 20 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Проекттарҙың күбеһе әҙерлек һыҙығында, уларҙы тиҙ арала ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
Читайте нас: