Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан йыл башынан алып федераль ҡаҙнанан 48 миллиард һум йәлеп иткән

Был аҡсалар аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп ителә. Финанстарҙың 13 миллиард һумы үҙләштерелгән дә инде. Йыл аҙағына тиклем был һандарҙың күпкә артыуы ихтимал. Федераль үҙәктән финанстар йәлеп итеү мөмкинлектәре бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡаралды.

Ил ҡаҙнаһынан аҡсалар йәлеп итеүгә ебәрелгән заявкалар ҙа бермә-бер артҡан. Былтыр 67 мөрәжәғәт булһа, быйыл 110 проект буйынса заявка ебәрелгән. Был иһә Башҡортостандың депутаттар һәм сенаторҙар корпусының әүҙемләшеүе тураһында һөйләй, тине Александр Сидякин. Төбәк ҡаҙнаһына кире ҡайтарылмай торған аҡсалар йәлеп итеү буйынса республика илдә туғыҙынсы урында, ә Волга буйы федераль округында беренсе.
Шулай ҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында кире ҡағылған заявкалар ҙа юҡ түгел. Был иһә ведомство-ара бәйләнештәрҙең камил булмауы, документтар әҙерләүҙе һуңлатыу, айырым проекттар өсөн федераль бюджетта аҡса булмауына ла бәйле.
Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе: “Күп осраҡта субъектив факторҙарға бәйле, әммә тейешле документтарҙы ла тиҙ арала әҙерләү кәрәк. Федераль үҙәктән күпме аҡса йәлеп ителәсәге тураһында һуңғы һандарҙы әйтеү иртәрәк. Уның күпкә артыуы ихтимал. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ киләһе йылға ла әҙерләнә башларға тейешбеҙ. Документтар, заявкаларҙың әленән үк хәстәрләнеүе шарт”.
Читайте нас: