Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АВТОВАЗ АВТОМОБИЛДӘР ЙЫЙЫУҘЫ ТУҠТАТА

Рәсәй автомобилдәрен етештереүсе завод Тольятти һәм Ижевск ҡалаларындағы бөтә автомобиль етештереү линияларын 3 июлдән башлап туҡтата. Хәл кәрәкле компоненттарҙың ваҡытында килеп етмәүе менән бәйле.

Ошо арала АвтоВаз үҙенең етештереү линияларын ваҡытлыса туҡтатып торорға мәжбүр. Уның сәбәбе ябай, автомобиль йыйыуҙа ҡулланылған өлөштәр етмәй башлаған. Бындай өлөштәрҙе автомобиль йыйыусыларға Түбәнге Новгородтың «Завод Автокомпонент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килешеү буйынса етештергән булған. Әммә был завод килешеүҙәге сроктарҙы үтәмәгән һәм кәрәкле өлөштәрҙе ваҡытында тапшыра алмаған.
АвтоВаз етештереү процесын туҡтатмау өсөн бар мөмкинселектәрҙе лә файҙаланып ҡараған, әммә мәсьәлә ыңғай хәл ителмәгән. Шулай ҙа белгестәр килеп сыҡҡан етешһеҙлекте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтөрөү юлдарын табырға вәғәҙә итә. Ваҡиға Lada автомобилдәрен һатып алырға теләүселәр өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыуҙырмаған. Быға ҡарамаҫтан заводты туҡтатырға мәжбүр иткән етештереүсенән юғалтыуҙар һәм сығымдарҙы түләтеүҙәре мөмкин.
Читайте нас: