Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Салауат заводы Ишембай айырым иҡтисади зонаһында производство асасаҡ

Салауат заводы Ишембай айырым иҡтисади зонаһында производство асасаҡСалауат катализаторҙар заводы Ишембай айырым иҡтисади зонаһының тәүге резиденты булыуы мөмкин. БР Үҫеш корпорацияһында инвестпроектты финанслау структураһы буйынса фекер алышыу үтте.

Март айында дәүләт «Инвестиция сәғәте»ндә «СкатЗ» директоры Дмитрий Медведев Ишембай зонаһында ике яңы производство асыу тураһында хәбәр итте. Улар — дизель яғыулығы өсөн цетан арттырыу ҡушымталары һәм «Смарт Глобал» компанияһы менән бергә эшселәр өсөн һаулыҡ һаҡлау контроле һәм ҡайҙа булғанлыҡты күрһәткән датчиктар ҡуйылған шәхси һаҡланыу саралары етештереү.
Салауат катализаторҙар заводы — Рәсәйҙәге катализаторҙар һәм сорбенттар етештергән иң эре предприятие, илдә ул ғына бөтә типтағы силикагелдәр сығара. Даими заказсылары араһында «Газпром», «Роснефть», «Башнефть», «Сургутнефтегаз» кеүек Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре компаниялары бар.
«Ишембай» айырым иҡтисади зонаһының резиденттары өсөн килем һәм милек, ер һәм транспорт өсөн һалымдарға, НДС-ҡа льготалар ҡаралған.
Читайте нас: