Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

СТӘРЛЕТАМАҠҠА НАНКИН ҠАЛАҺЫНАН ҠУНАҠТАР КИЛДЕ.

Был йәш кешеләргә ҡарағанда студенттар тип уйларға була , әммә улай түгел. Ҡытайҙан килгән йәш кешеләр үҙ эшен башлаған, йә ҙур проекттарҙы яйға һалған. Был сит ил вәкилдәре Рәсәй һәм Ҡытай араһында булдырылған йәштәр өсөн эшҡыуарлыҡ инкубаторы ҡатнашыусылары. Ҡунаҡтар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын йөрөп сыҡты, унда уларға компьютер технологиялары, археологик музей, станоктар менән таныштырҙылар, шулай уҡ ҡала башлығы Владимир Куликов менән эшлекле һөйләшеүҙә ҡатнаштылар. Тәбиғәт ҡосағына сығып Торатауҙы ла барып күрҙеләр. Ҡытай вәкилдәренә уйындар дизайны, виртуаль донъя архитектураһын булдырыу курстарына уҡырға инеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы.

Был ныҡышма егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең проекттары менән дә таныштырҙы, ҡайһылай итеп ҡытай баҙарында миллион доллар эшләү мөмкинселектәрен дә һөйләне. Юғары уҡыу йорто етәкселеге студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү тураһында һөйләгәс, "Толтек" технопаркында һәр йыйылған проекттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Һәм әлбиттә һәр тотҡан әйберҙе киң масштабта етештереү һорауын бирҙе улар.
Читайте нас: