Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанға индустрия парктары булдырыуға 700 млн һум бирелеүе мөмкин

Башҡортостанға индустрия парктары булдырыуға 700 млн һум бирелеүе мөмкинРеспубликанан өс ғариза Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы конкурсында алдан һайлап алыуҙы үткән. Шуның менән республикаға индустрия парктары инфраструктураһы булдырыуға 700 млн һум бирелеүе мөмкин.

Бының турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә яҙған.
«Беҙ эҙмә-эҙлекле эшләгәндә барыһы ла килеп сыға. Республиканан өс ғариза РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы конкурсында алдан һайлап алыуҙы үткән һәм беҙ индустрия парктары инфраструктураһы булдырыуға 700 млн һум ала алабыҙ. Беҙ унда тәүгә ҡатнаштыҡ һәм ғаризалар һаны буйынса төбәктәр араһында икенсе урында торабыҙ. Маҡсатыбыҙ – һәр биләмәлә үҫеш нөктәләре булырға тейеш һәм индустрия парктары был ролдә бик ҡулайлы. Тап шундай коммуникациялар тупланған һәм эшкә мөмкинлек булған урындарға бизнес килә лә инде», — тип яҙған Радий Хәбиров.
Читайте нас: