Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда тиҙ ярҙам хеҙмәте өсөн 345 планшет компьютеры һатып алына

Башҡортостанда тиҙ ярҙам хеҙмәте өсөн 345 планшет компьютеры һатып алына. Тендер тураһында мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Планшеттар телефон функцияларын үтәргә, 7.1-ҙән кәм булмаған версиялы Android операция системаһында эшләргә тейеш. Килешеүҙең максималь хаҡы — 19,1 миллион һум, заказсы тәҡдим иткән бер планшеттың хаҡы — 55 мең һум. Һатып алыу Башҡортостан ҡаҙнаһынан финансланырға тейеш.

«Тиҙ ярҙам хеҙмәте өсөн «Ашығыс ярҙам бригадаһы башлығы» ҡушымтаһы эшләй, планшет компьютерҙары медицина персоналының Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына инеүе өсөн кәрәк», — тиелә тендерға аңлатмалы яҙыуҙа.
Контракт 2019 йылдың 1 декабренә тиклем үтәлергә тейеш.
Ашығыс ярҙам бригадаһын берҙәм система аша тиҙ генә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртыу мөмкинлеге ҡаралған мобиль планшеттар менән йыһазландырыу планы хаҡында быйыл яҙ белдергәйнеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1335204-v-bashkirii-dlya-sluzhby-skoroy-pomoshchi-zakupyat-345-planshetnykh-kompyuterov/
Читайте нас: