Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өфөләргә Башҡортостандың 17 районынан килтерелгән һутлы еләк тәҡдим иткәндәр. Улар араһында – Архангел, Баймаҡ, Өфө, Бөрө, Благовар, Дәүләкән, Дүртөйлө, Мишкә, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош.
Иң арзаны – сейә, бер килограмы – 150-200 һум.
Ҡарағаттың бер килограмы 250-300 һумға һатып алғандар. «Еләкле силәк»тә бер килограмм ҡурай еләген 300-350 һумға баһалағандар.
Йәрминкәлә иң күбе ҡурай еләге һатылған – 0,9 тонна. Ер еләге менән сейәгә – 0,4 тонна, ҡарағатҡа 0,3 тонна тура килгән.
Еләктән тыш, өфөләргә йәшелсә-емеш һәм бал тәҡдим ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1334943-na-yarmarke-yagodnoe-lukoshko-v-ufe-prodali-2-tonny-razlichnykh-yagod/