Законға ярашлы, әгәр ҙә ипотека түләүсе хеҙмәт урынын йәки табышының күп өлөшөн юғалта ҡалһа, ул кеше 6 айға түләүҙәрен кисектереп тора ала. Әммә ипотекаһын һуңлатҡан өсөн банк тарафынан уға штраф (пеня) һалынмаясаҡ. Тик шуныһы: бындай хоҡуҡҡа ипотека кредиттары 15 миллион һумдан ашып китмәгәндәр генә эйә.
6 айлыҡ каникул шәп, тик бурысты һуңынан барыбер ҡайтарырға тура киләсәк йәки ни тиклем оҙаҡ түләмәй тораһың, кредитыңдың срогы ла шул ҡәҙәр арта.