Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
1 Август 2019, 13:21

«Башавтотранс» паркы яңы 50 автобусҡа артты

«Башавтотранс» дәүләт ташыусыһына Өфөнө хеҙмәтләндереү өсөн 50 бәләкәй Ford Transit автобустарын тапшырҙылар. Был машрут автобустары кондиционер, GPS/ГЛОНАСС навигация системалары, тахограф, иғлан әйтеү информаторы менән йыһазландырылған.

Транспорт буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, машиналар әле техник тикшереү һәм рәсми ҡабул итеү процедуралары үтә.
Компания паркын яңыртыу төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йөкләмәһе сиктәрендә дауам итә. Ҙур форматлы 20 «НефАЗ» автобустары баш ҡалаға 15 июлдә килде. Был аҙнала тағы алты яңы ҙур автобус рейсҡа сыҡты. Йыл аҙағына тиклем төрлө ҙурлыҡтағы тағы 350 автобус һатып алынасаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1335906-ufimskiy-park-bashavtotransa-vyros-na-50-novykh-avtobusov/
Читайте нас: