«Һаҡлыҡ банкы»ның Стәрлетамаҡтағы 13 офисы ла картаны тулыландырыу хеҙмәтен күрһәтә. Уға түләү терминалдарында һәм «Һаҡлыҡ банкы Онлайн» ҡушымтаһында ла аҡса һалырға була. «Автоматик түләү тоташтырырға мөмкин. Картанан аҡсаны күсерер алдынан хужаһына түләүҙең суммаһы яҙылған SMS-хәбәр килә. Кәрәк икән, 900 номерына түләүҙең кодын ебәреп, операциянан баш тартырға ярай», — тине «Һаҡлыҡ банкы»ның төбәк директоры Игорь Кузнецов.