Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
3 Август 2019, 21:36

Ауыл хужалығы министрлығы мелиорацияға 60 миллион һумдан ашыу тотонорға әҙер

Башҡортостанда мелиорацияны үҫтереүгә ағымдағы йылда 60 миллион һумдан ашыу бүленгән (35,2 миллионы — федераль, 30 миллионы республика ҡаҙналарынан). Ошо суммаға 620 гектар ергә һуғарыу системаларын ҡуйыу күҙ уңында тотола. Ауыл хужалығы предприятиеларының сығымдары 70% күләмендә субсидиялана.

Был хаҡта Ауыл хужалығы министрлығында белдерҙеләр. Белгестәр республиканың төньяғы, төньяҡ-көнсығышы һәм төньяҡ-көнбайышы ғына өҫтәмә һуғарыуға мохтаж түгеллеген билдәләне.
Иң заманса һуғарыу системаларының береһе Ейәнсура районында «А7 Агро-РБ» компанияһы биләмәһендә ҡуйылған. Предприятие ошо маҡсатҡа 40 миллион субсидия алған. Сығымдарҙы ҡаплау килешеүенә ярашлы, компания экспортҡа эшләргә тейеш. «А7 Агро» сит илгә соя, кукуруз оҙатырға ниәтләй.
Рәсәйҙә яһалма һуғарыу майҙандарҙың 8% ҡулланыла. Сағыштырыу өсөн: Ҡытайҙа — 55%, АҠШ-та — 40%.
http://www.bashinform.ru/news/1336551-minselkhoz-bashkirii-gotov-potratit-na-melioratsiyu-60-mln-rubley/
Читайте нас: