Биләмәгә ете резидент килер тип көтөлә, дөйөм инвестициялар күләме – 24 миллиард һум. Был 1226 яңы эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк. Ойошмаларға һалым буйынса ташламалар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта алдағы ун йылда федераль, төбәк, муниципаль ҡаҙна илле өс миллиард һумға тулыланыр тип күҙаллана. Инвестиция сәғәтендә дүрт проект хупланды, уларҙың береһенә ярашлы махсус иҡтисади зонала алюмин корпуслы яҡтыртыу ҡорамалдары етештереләсәк. 5 августа цехты техник асыу тантанаһы үтә.
Рауил Зөбәйҙуллин, предприятиеның финанс бүлеге етәксеһе: “Производствоны тағы ла киңәйтеү ҡаралған. Иҡтисади зона өсөн махсус рәүештә яңы ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Алюмин корпустар ҡойоу менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Продукцияға ихтыяж юғары, бөгөндән үк Һамар һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан заказдар килә”.