Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
5 Август 2019, 18:20

15 МИЛЛИОН РӘСӘЙ КЕШЕҺЕ КИЛӘСӘКТӘ ИХТИЯЖЫ БӨТӨҮ ИХТИМАЛЫ БУЛҒАН ВАЗИФАЛА ЭШЛӘЙ.

Киләсәктә әлеге ваҡытта кәрәк тип иҫәпләнгән вазифалар юҡҡа сығыуы ихтимал, бындай күренеш дүртенсе сәнәғәт революцияһы менән бәйле. Был турала дәүләт думаһының депутаты хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Олег Шеин белдергән.

Уның һүҙҙәренсә, тиҙҙән юғары квалификация талап итмәгән эш тарихта ҡаласаҡ. Был һатыусылар, ҡарауылсылар һәм машина йөрөтүселәр. Бындай хеҙмәткә тиҙҙән ихтыяж бөтәсәге көн кеүек асыҡ, - тип белдерҙе Шеин үҙенең интервьюларының береһендә.
Депутат шулай уҡ, донъя тенденцияһында хеҙмәт күрһәтеү персоналының ҡыҫҡартылыуға табан барыуын әйтә. Быны дүртенсе сәнәғәт революцияһының башланыуы менән бәйле, тип аңлата ул.
«Киләсәктә белемдәре ҡулланыуҙа күп төрлөлөк юғары дәрәжәле булған һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ», тип белдерә Шеин.
Читайте нас: