Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — төрлө квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, ашнаҡсы, санитар, тәрбиәсе, менеджер, педагог, слесарь-сантехник, электромонтер һәм башҡа эш урындары.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри уҡытыу, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты— Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
http://www.bashinform.ru/news/1336814-ufimtsam-predlozhat-rabotu-na-yarmarke-vakansiy-uchrezhdeniy-zdravookhraneniya-i-obrazovaniya/