Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
7 Август 2019, 12:24

Башҡортостанда 2018 йылда 6800 килограмм алтын сығарғандар

Башҡортостанда 2018 йылда 6,8 тонна алтын һәм 41,6 килограмм бөртөклө ҡиммәтле металл сығарғандар. Экология министрлығының тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхит торошо тураһында дәүләт докладында ошо хаҡта хәбәр ителә.

Башҡортостанда 321 ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы, 264 — мәғдән, 67 мәғдән булмаған ятҡылыҡтар теркәлгән.
Былтыр 4,1 миллион тонна баҡырлы мәғдән, 69,7 тонна көмөш, 3 миллион тонна аш тоҙо, химик етештереү өсөн 2,5 миллион тонна эзбиз, цемент етештереү өсөн 1,8 миллион тонна, 385 мең тонна гипс, 441 мең тонна балсыҡ, 103 мең кубометр гранит, 12 мең тонна тальк сығарылған.
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 209 нефть һәм газ ятҡылығы теркәлгән. 2018 йылда «Башнефть», «Лукойл-Пермь», «Ингеохолдинг» сеймал сығарыу менән шөғөлләнгән. Ер аҫтынан 16,1 миллион тонна нефть сығарылған.
«Башнефть» компанияһының төп табыш күләме — 15,8 миллион тонна. Ҡалдыҡ запастар — 443 миллион тонна. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ошондай күләмдә сығарғанда, нефть 27 йылға етергә тейеш.
Башҡортостанда һоро күмерҙең запасы 250 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Көньяҡ Көйөргәҙе, Көйөргәҙе, Кривлев, Маяҡ һәм Бабай ятҡылыҡтары эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1337477-v-bashkirii-v-2018-godu-dobyli-6800-kilogrammov-zolota/
Читайте нас в