Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
13 Август 2019, 13:23

Үҙәк банк «Бремен музыканттары» йәнһүрәтенә арналған тәңкәләрҙе ҡулланыуға сығарҙы

Рәсәй банкы «Рәсәй (совет) мультипликацияһы» серияһының «Бремен музыканттары» иҫтәлекле аҡсаларын әйләнешкә сығарҙы, тип хәбәр ителә Үҙәк банктың рәсми сайтында.

Аҡсалар өс вариантта эшләнгән. Атап әйткәндә, серияла өс һумлыҡ көмөш тәңкә бар. Был тәңкәнең тиражы – өс мең дана. Шулай уҡ ҡиммәтле булмаған металдан 25 һумлыҡ ике тәңкә сығарыла. Улар ғәҙәти һәм махсус (төҫлө һүрәтле) варианттарҙа яһалған, ә уларҙың тиражы – 450 мең һәм 50 мең дана. Үҙәк банкта тәңкәләрҙең Рәсәй биләмәһендә законлы түләү сараһы булыуын һәм номинал буйынса барлыҡ төр түләүҙәрҙе сикләүһеҙ ҡабул итеү мәжбүрилеген иҫкәртәләр.
Мәҡәлә http://www.bashinform.ru/bash/1339505/ сайтынан алынды.
Читайте нас: