«Республикала 2014 йылдан «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһы эшләй. Ул тәүҙә 3-6 йыл дауамында аҡса йыйыуҙы күҙ уңында тота. Ошо аҡсаға республика бюджетынан субсидия иҫәпләп өҫтәлә, шунан һуң льготалы ставка буйынса торлаҡ кредиты һәм махсус хаҡ буйынса торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирелә. Шундай осраҡтар ҙа бар: ҡайһы бер граждандар махсус рәүештә ошо программала ҡатнаша һәм, вкладта аҡса йыймайынса, шунда уҡ льготалы хаҡ буйынса торлаҡ һатып алыуға өлгәшә. Артабан уны һатып ебәрә», — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Парламент рәйесе ҡабул ителгән закондың үрҙә әйтелгән ғәмәлдәрҙе башҡарыуға юл ҡуймауын һәм республиканың льготалы торлаҡ һалыу өсөн ойошторолған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының торлаҡ һатыу тәртибен яҡшыртыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Хәҙер «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһының барлыҡ шарттарын үтәгәс кенә ошондай торлаҡ алырға мөмкин. Закон республикала һаҡлыҡ-ипотека механизмдарының төп принциптарын тулыһынса һаҡлауҙы тәьмин итә, алып һатыу маҡсатында льготалы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген бирмәй», — тине Константин Толкачев.
Мәҡәлә http://www.bashinform.ru сайтынан алынды.